Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 4 мартта Өфөлә үҙҙәрен Ватанға хеҙмәт итеүгә арнаған яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Барыбыҙҙың да яратҡан 8 март байрамы алдынан һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы билдәләп үтеү айырыуса ҡыуаныслы. Был залға лайыҡлы кешеләр, билдәле белгестәр, төрлө һөнәр һәм тармаҡ вәкилдәре – сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, идарасылар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, аграрийҙар, инженерҙар, эшселәр, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа талантлы, намыҫлы хеҙмәтсәндәр йыйылды», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙең ҡайһы берҙәре тураһында ла әйтеп үтте.
«Республикала билдәле табип Әлфиә Ғәлим ҡыҙы Ящук 40 йылдан ашыу ғүмерҙәрҙе ҡотҡара, патологияһы булған йөклө ҡатындарға ярҙам итә. Уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Әлфиә Ғәлим ҡыҙының ғилми тикшеренеүҙәре профессионалдар араһында киң билдәле. Үҙенең тәжрибәһен Рәсәй һәм сит ил табиптары менән дә уртаҡлаша».
Бөгөн йәмғиәт ҡатмарлы осорҙа йәшәй һәм эшләй, тип билдәләне Радий Хәбиров. Рәсәй яугирҙәре, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция барышында ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ә халыҡ улар өсөн ышаныслы тыл, көслө терәк булып тора.
«Барығыҙға ла илһөйәр һәм берҙәм булыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәте өсөн көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ өсөн. Тап һеҙҙең – үҙ тармағында яҡшыларҙың яҡшылары ярҙамы менән беҙ ышаныслы рәүештә алға барабыҙ. Инвестициялар йәлеп итәбеҙ. Яңы производстволар асабыҙ, эш урындары булдырабыҙ. Барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек, эшегеҙҙә, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнеүселәр араһында табиптар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, аграрийҙар, нефтселәр һәм энергетиктар, төҙөүселәр һәм ғалимдар, социаль хеҙмәткәрҙәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар.
Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы фотохәбәрсеһе Олег Яровиков та Башҡортостан Башлығы ҡулынан «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын алды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.