Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.91
-0.07
91.11
+0.4
62.51
+0.52
-28 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2025, 14:15

Радий Хәбиров Рамаҙан айында барыһына ла тырышырға кәңәш бирҙе

трансляциянан скриншот
Фото: трансляциянан скриншот

1 мартта изге Рамаҙан айы – ураҙа тотоу һәм ихлас доға ҡылыу ваҡыты башланды. Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәлә барыһына ла мөмкин булғанса шуға ҡушылырға тәҡдим итте.

— Башыма насар уйҙар килмәһен өсөн мин дә үҙемә ниндәйҙер сикләүҙәр индерергә булдым. Ошо йәһәттән һәммәбеҙгә лә тырышырға кәрәк, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Радий Хәбировтың Башҡортостан мосолмандарын изге Рамаҙан айының башланыуы менән ҡотлауын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/radiy-habirov-rekomendoval-vsem-postaratsya-v-mesyats-ramadan-4142661

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас