Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.62
90.66
+1.35
66.37
+1.03
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль , 13:27

Яҡташыбыҙ 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Фәриҙә Кантюкова
Фото:Фәриҙә Кантюкова

Стәрлетамаҡ районында йәшәгән Фатима Кантюкова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Был хаҡта Наумовка ауыл советы депутаты Фәриҙә Кантюкова хәбәр итә. 

Юбилярҙы йөҙ йәшлек юбилейы менән Салауат ҡалаһы хакимиәте, Наумовка ауыл советы вәкилдәре ҡотланы. Фатима Кантюкова – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, биш орден кавалеры, Совет армияһы майоры Фазлыйәхмәт Шәрәфи улы Кантюковтың тол ҡатыны.

Фатима Кантюкова 1925 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ Аллағыуат мәктәбен тамамлаған. 15 йәшенән китапханаға эшкә төшә. Һуғыш йылдарында Ишембай ҡалаһының йәшелсә базаһында тир түгә. Төрлө йылдарҙа гәзит редакцияһында, балалар баҡсаһында, колхозда, ательела эшләй. 1945 йылда лейтенант Фазлыйәхмәт Кантюковҡа кейәүгә сыға. Ярты айҙан ғаилә башлығын Көнбайыш Украинаға, Дубно ҡалаһына хеҙмәт итергә ебәрәләр. Ярты йылдан Фазлыйәхмәт Кантюков хеҙмәт иткән хәрби часть Белоруссияға күсерелә. Шулай итеп, Фатима өсөн офицер ҡатыны тормошо башлана. 1949 йылда Фазлыйәхмәт Кантюков Германияға хеҙмәт итергә, ә ҡатыны Светлана ҡыҙы менән ауылға йәшәргә ҡайтып китә. Ике йылдан Фатима менән Фазлыйәхмәт йәнә Белоруссияның Печи ҡалаһында йәшәй. 1953 йылда шунда уларҙың икенсе ҡыҙҙары Рәйсә тыуа. 1957 йылда Кантюковтар Ырымбурға күсеп ҡайта. 1962 йылда, Фазлыйәхмәт Шәрәфи улы отставкаға сыҡҡас, ғаилә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнә, Салауат ҡалаһында фатир ала.

Бөгөн йөҙйәшәр инәй яҡындарының, балаларының һөйөүенә һәм хәстәрлегенә сорналып йәшәй. Өс ейән-ейәнсәре һәм өс бүлә-бүләсәре бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-27/zhitelnitsa-bashkirii-otmetila-100-letniy-yubiley-4138371 

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: