04:28 (UTC+5), 24 Февраля 2025

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрйән, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шаран райондарынан һәм Салауат, Ағиҙел, Өфө, ҡалаларынан 50 ҡатын-ҡыҙ бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла. Бөгөнгә 9 меңдән ашыу әсә ошондай миҙалға һәм бер тапҡыр түләнә торған 100 мең һум аҡсаға лайыҡ булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ғаилә йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 306 ғаилә балалар тәрбиәләү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаларын алды. Шуларҙан алты әсә – «Герой-әсә» ордены (улар бөтәһе 8), туғыҙ ғаилә – «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы, 10 ғаилә – «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы һәм 281 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-24/medalyu-materinskaya-slava-nagrazhdeny-50-mnogodetnyh-zhenschin-bashkirii-4133873

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика