11:44 (UTC+5), 23 Февраля 2025

Башҡортостандың билдәле шәхестәре әрме хәтирәләре менән уртаҡлашты

Инсаф Хужабирганов

23 февраль — илебеҙҙә оло байрам, Ватанды һаҡлаусылар көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостандың билдәле шәхестәре үҙҙәренең әрме хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Билдәле яҙыусы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәр Үтәбай:

— Ҡайһы ваҡыт башҡа дыуамал уй-ниәт килеп, үҙең дә һиҙмәҫтән шуны тормошҡа ашырырға тотонаһың. Минең менән ундай хәл әрмелә хеҙмәт иткәндә булды. Әзербайжанда хеҙмәт иттем. Ял көндәрендә Каспийға һыу инергә йөрөйбөҙ. Әллә диңгеҙ-күлдә Һаҡмарҙың тамсыларын тойоу ҡанымды тирттеме, әллә еңел булмаған әрме хеҙмәтенән ваҡытлыса арынырға теләү булдымы, һыуға төштөм дә, алыҫ-алыҫҡа йөҙҙөм дә киттем. Йәнәһе, берәү һыу юлы буйлап Һаҡмар буйына ҡайтып бара. Сикте үтергә ярамай, тигән махсус билгеләр ҡуйылған урындарҙы ла үтеп киткәнмен.

Өс саҡрым самаһы алыҫлашҡас ҡына иҫемә килдем, тик кире йөҙөргә хәл дә ҡалмаған һымаҡ. Ни эшләргә, әллә теге көләмәстәге һымаҡ үсегеп ҡайтырға ла китергәме? Шул саҡта уйҙарымды яҡынлашып килгән ҡотҡарыу катеры бүлде. Аяғүрә баҫҡан штаб начальнигы бар тауышы менән өләсәй-ҡәрсәйҙәрҙе иҫенә төшөрөп әрләй: «Утябаев, ты у меня на губе будешь купаться на полу…»

Губаға ебәреүгә ебәрмәне начштаб, бүтәнсә Каспийға һыу инергә лә алып барманы. Өр яңы бензобысҡы тоттороп ҡуйҙы. Башҡалар Каспийҙа һыу ингәндә мин рәхәтләнеп мунса яғыр өсөн утын быстым. Ундай дыуамал аҙымдарым алдағы тормошомда ла күп тапҡырҙар ҡабатланды. Хәҙер был халәтемде заманса атама менән нарыҡлайым: перезагрузка!

Башҡортостандың халыҡ артисы Мәхмүт Нәҙершин:

— Институттың беренсе курсын тамамлағас, әрме сафына алындым. Саҡырыу пунктында үткән төндәрҙең береһендә апайымдарға ҡасып киткәйнем, тәүге командамдан тороп ҡалдым. Улар ракета ғәскәренә эләкте. Ә мин ике йыл Свердловск өлкәһендә, төҙөлөш батальонында хеҙмәт иттем.

Алдан әйтеүемсә, мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән дуҫ булғас, әрме хеҙмәтенең ауырлығын күрмәнем. Күңелле бер мәл булып иҫтә ҡалды. Уҡыуҙы, дуҫтарҙы һағынып ҡайтҡайным, ныҡлап ижадҡа тотондом.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Туйсин:

— Сәнғәткә бәйле бер ҡыҙыҡлы хәтирә һаҡланған. 1990 йылда хәрби хеҙмәткә алындыҡ. Балтика флотында Латвияның Лиепая ҡалаһында алты ай учебкала булдыҡ. Баҡтиһәң, мин унда Әбйәлил районынан яҡташым менән бергә хеҙмәт итеп йөрөгәнмен. Быны өс-дүрт айҙан һуң ғына белеп ҡалдым. Йәғни ул мине үҙе килеп тапты. «Һин Рәмил Туйсин түгелме әле ул?» — ти. «Башҡортостан» телеканалында беҙҙең сығыштарҙы күрһәткәйнеләр. Иҫләп ҡалғандыр инде. Ул саҡта хәҙерге замандағы кеүек төрлө бәйләнеш саралары юҡ. Егет Әбйәлил районынан булып сыҡты. Ә мин, Баймаҡтанмын, тием. Йыш ҡына уның менән аралашып йөрөнөк. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, бер нисә йыл үтте. Хеҙмәттәшем сәнғәт училищеһында вокал бүлегендә уҡырға инде. Икебеҙ ҙә — Рәмил, икебеҙ ҙә ҡасандыр Латвияла бергә хеҙмәт итеп, һуңынан сәнғәт юлынан киттек. Хеҙмәттәшем — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Әүбәкиров. Ғүмер буйы Стәрлетамаҡ концерт-театр берекмәһендә эшләне. 

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов:

— Дипломым булмаһа ла, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй башлағайным. Ғафури районында гастролдә инек, мине әрме хеҙмәтенә саҡырттылар. Баймаҡ хәрби комиссариаты алдында башҡорт халыҡ йыры «Ҡаһым түрә»не башҡарғаным хәтерҙә ҡалды.

Әрме хеҙмәте минең өсөн тормош мәктәбе, сынығыу осоро булды. Төрлө кисә булһа, мотлаҡ башҡорт йырҙарын башҡарҙым. Талбазынан Илшат Фәтихов, яҡташым, Сәйғәфәр ауылынан Рөстәм, Әлшәйҙән Фәнил Вәлиев менән дуҫ булдым. Күптәр менән һаман да аралашам. Сыңғыҙ, Юлай, Батырхан исемле өс улым бар, уларҙы ла мотлаҡ әрме хеҙмәтен үтергә өгөтләйәсәкмен.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика