12:05 (UTC+5), 21 Февраля 2025

Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыһын да Ватанды һаҡлаусылар көнө – батырлыҡ, намыҫ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ байрамы менән ҡотланы.

«2025 йыл Рәсәй Президенты Указы менән Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең республикала иһә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы. Был еңеүселәр быуынының бөйөк батырлығына, тыл геройҙарының ҡаһарманлығына, һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү билдәһе булып тора. Бөгөнгө геройҙарыбыҙға – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдереү ҙә.

Яҡташтарыбыҙ яуҙа ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ. 12 яугиргә Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың һигеҙе үлгәндән һуң лайыҡ булды. Исемдәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Еңеүҙең 80 йыллығын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡаршылайбыҙ. Быйыл 15 ғинуарҙа Президент Указы менән Ишембай ҡалаһы, Өфө кеүек үк, «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн юғары баһалау көнө-төнө хеҙмәт фронтында тир түккәндәр тураһында яҡшы хәтер булып тора. Беҙ һәр ваҡытта ла Рәсәйҙең терәге булдыҡ һәм булып ҡалабыҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Тантаналы йыйылышҡа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла саҡырылған.

Петр Михайлович Сергеев Украина ҡалаларын һәм ауылдарын фашистарҙан азат иткән. Быйыл ул бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Радиотелеграфист Владимир Антонович Пискарев япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡан. Элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, «Пхеньян – Мәскәү» хөкүмәт телефон линияһы өсөн яуаплы булған.

«Был залда шулай уҡ ғүмерен Тыуған илен һаҡлауға арнағандар –  Хәрби Көстәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, көс структуралары вәкилдәре ултыра. Рәсәй Геройҙары Борис Александрович Дудко, Степан Михайлович Белов, Риф Рәйес улы Сәхәбетдинов та беҙҙең менән бергә. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!

Алғы һыҙыҡтағы махсус хәрби операция яугирҙәренең һәр береһенә рәхмәт әйткем килә. Һеҙ тағы ла Башҡортостандың геройҙар төйәге икәнен раҫлайһығыҙ», - тине Радий Хәбиров. 

Һуңғы көнгәсә антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ, тип билдәләне республика етәксеһе. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусылар, инженерҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре, аграрийҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар.

«Яҙыусы Сабит Мағаз улы Фазлыев һуңғы һигеҙ йылда Ейәнсура районының Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы булып эшләне. МХО башланғандан бирле яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашты, 2024 йылдың башында фронтҡа китте һәм яу яланында һәләк булды. «Победа» гәзитенең баш мөхәррире Винер Фларис улы Йыһаншин 30 йылға яҡын журналистикала эшләне. Былтыр ул да үҙ теләге менән Тыуған илен һаҡларға юлланды. Геройҙарыбыҙҙың исемдәре һәм ҡаһарманлығы быуаттар буйына йәшәйәсәк», – тине Радий Хәбиров.

Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар Ватан өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-21/radiy-habirov-pozdravil-zhiteley-bashkirii-s-dnyom-zaschitnika-otechestva-4132132

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика