Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был байрам 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО ойошмаһы тарафынан ҡабул ителә һәм 2000 йылдан 21 февралдә билдәләнә башлай. Уның төп маҡсаты – тел һәм мәҙәни төрлөлөктө яҡлау.
Телдәр матди һәм рухи мираҫты һаҡлау һәм үҫтереүҙең иң көслө ҡоралы булып тора. Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе. Бында 150-гә яҡын милләт вәкиле йәшәй. Республиканың мәғариф системаһында 13 туған телде өйрәнеү ойошторолған. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа полилингваль гимназиялар асыла, унда балалар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа телдәрҙә белем ала. Башҡортостанда бөтәһе 153 мең самаһы уҡыусы туған телдәрҙе өйрәнә.
Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан республиканың төрлө милли-мәҙәни һәм мәғариф учреждениеларында туған телде популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙҙы. Уларҙың маҡсаты үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һәм традицияларына ихтирам тәрбиәләү, туған телде өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу ине.
Туған тел көнө уңайынан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #ДеньРодногоЯзыкаБашкортостан #международныйденьродногоязыка #БашҡортТеле флешмобын башлап ебәрҙе. Тәүгеләрҙән булып уға министр Илдар Мәүлитбирҙин ҡушылды, видеояҙмала ул башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың шиғырын һөйләй.
«Бөгөн беҙ Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләйбеҙ, ошо байрам һәммәбеҙҙе лә берләштерә. Был көн тел төрлөлөгөн һаҡлауҙың, һәр халыҡтың йолаларына һәм мәҙәни мираҫына ихтирамдың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Туған тел ябай аралашыу сараһы ғына түгел. Ул быуындарҙы бәйләүсе тере еп, үткәндәр һәм киләсәктәр араһындағы күпер. Тел аша һәр милләттең ата-бабаларының аҡылы, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы һәм үҙенсәлекле һыҙаттары күсә. Тел – халыҡтың күңеле, уның хәтере һәм рухи байлығы», — тип мөрәжәғәт итте министр республика халҡына һәм флешмобта ҡатнашырға саҡырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.