Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2025, 09:30

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Республика синоптиктары өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус.

Йома, 14 февралдә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, аяҙытҡанда -18-гә тиклем, көндөҙ -3, -8 градус.

Шәмбе, 15 февралдә, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә, көньяҡта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -8, -13, көндөҙ -3, -8 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-13/sinoptiki-rasskazali-o-pogode-v-bashkirii-4119398

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас