06:50 (UTC+5), 13 Февраля 2025

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә

Фото: Росреестрҙың кадастр картаһы
Роман Якимчук

2025 йылдың 1 мартынан «Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 487-се федераль закон үҙ көсөнә ингәс, Рәсәйҙә ер участкалары менән килешеүҙәрҙе теркәү тәртибе үҙгәрә.  Был турала Росреестрҙан хәбәр иттеләр.

Мәҫәлән, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында уның сиктәренең урынлашҡан урыны тураһында мәғлүмәттәр булмаһа, ер участкаһын теркәү мөмкин түгел. Шулай уҡ иҫәпкә алынмаған  ер участкаһында урынлашҡан бинаға, ҡоролмаға йәки тамамланмаған төҙөлөш объектына хоҡуҡты теркәргә йәки кадастр иҫәбенә ҡуйырға ярамай. Был яңы милекселәрҙең хоҡуҡтарын яҡларға тейеш.

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында ер участкаһының сиктәре тураһында мәғлүмәттәрҙең булыу-булмауын тикшереү бик ябай. Бының өсөн Росреестрҙың кадастр картаһын асып, кадастр номеры йәки адрес буйынса ҡыҙыҡһындырған участканы табырға мөмкин. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына участка сиктәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе кадастр иҫәбен алып барыу тураһында ғариза һәм межалау планы нигеҙендә индерергә мөмкин, уларҙы теркәү органына тапшырырға кәрәк.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда өс йылда күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәттәрҙә 72 меңгә яҡын хатаны төҙәтеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-13/s-1-marta-izmenitsya-poryadok-registratsii-zemelnyh-uchastkov-4119763

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика