Алина тыумыштан был донъяны күреү һәләтенән мәхрүм. Шуға ҡарамаҫтан, уның йәшәү дәртенә, ихтыяр көсөнә һоҡланырлыҡ, хатта көнләшерлек тә, тиер инем. Республикала әҙәбиәт һөйөүселәргә һәм һуҡырҙар спортын үҙ итеүселәргә Алина Сурағолованың исеме яҡшы таныш. 26 йәшлек Алина – шиғырҙар йыйынтығын баҫтырған, республика, ил кимәлендәге саңғы, өҫтәл теннисы буйынса спорт ярыштарында, шиғриәт бәйгеләрендә еңеү яулаған, һуҡырҙар өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын төҙөгән, төрлө стипендияға лайыҡ булған, ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхетен дә татырға өлгөргән уңышлы замандашыбыҙ.
«Хәлит Фәтихов булмайым да инде барыбер...»
Уны бала сағында үҙ исеме менән түгел, Айҙар тип йөрөтәләр. Сөнки сос, шуҡ ҡыҙ малайҙар менән айырылмай уйнай. 4 – 5 йәшлек сағында, әхирәттәре ҡурсаҡ бәүеткәндә, Алина атыш-баҫтырыш уйнай, ҡышын сәкән һуға, саңғыла йүгерә, йәйен футбол тибә. Мәктәпкә барыуға ҡыҙҙың күреү һәләте тағы ла насарая, әммә егеттәрсә характеры уға юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Ул тәүге белем серҙәренә өйрәткән уҡытыусыһына әле булһа ла рәхмәтле: «Башланғыс кластарҙағы уҡытыусым Илһөйәр Хәбиб ҡыҙы Исламова көн дә дәрескә шәхсән минең өсөн таблицалар эшләп алып килә ине, дәреслектәрҙәге текстарҙы ҙурайтып баҫтырып бирә торғайны. Уның үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, иғтибарһыҙ ҡалдырмауы миңә тик «бишле»гә уҡып сығырға булышлыҡ итте», – тип һөйләй Алина. 5-се класҡа ҡыҙҙы ата-әсәһе Өфөләге 28-се махсус (коррекция) интернат-мәктәбенә урынлаштыра. Әүҙем уҡыусы бында ла юғалып ҡалмай, Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенең баян класын тамамлай, еңел атлетика, саңғы менән етди шөғөлләнә. Алинаның донъяға оптимистик ҡарашта булыуына һоҡланып, берәй ваҡыт төшөнкөлөккә бирелгәнең булдымы, тип һорамайынса түҙмәнем. «Тыумыштан күреү һәләтем бөтөнләй насар булған бит, шуға еңелерәк булғандыр. IX класта бөтөнләй күрмәй башланым, үҫмер саҡ бит инде. Әммә төшөнкөлөккә бирелеп, илап ултырғанымды хәтерләмәйем. Йәғни уға ваҡыт булмай торғайны, көндөң һәр минутын ниҙер эшләп уҙғара инем».
Мәктәпте тамамлар алдынан үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡараған ҡыҙҙа һорау килеп тыуа: артабан ҡайҙа уҡырға барырға? Алина төрлө колледж-университеттың сайттарын ҡарап сыға, оҙаҡ ҡына бер фекергә килә алмай ыҙалана. «Гүзәл зат вәкиленә улай баян күтәреп йөрөү килешмәҫ. Профессиональ баянсыға уҡып сыҡһам да, Хәлит Фәтихов булмайым да инде барыбер. Кемдәндер кәмерәк булғас, ниңә ыҙаланып уҡып торорға? Миңә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, әсә буласаҡ кешегә, педагогия, психология буйынса белем кәрәк, етмәһә, 3-сө кластан шиғырҙар яҙам, тип М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инергә булдым», – ти ул.
Факультетта уны «директор» тип йөрөтәләр...
Алина университетта ла бер кемгә лә зарланып ултырмай, төркөмдәштәре һәр саҡ ярҙам итә, үҙе лә ярҙам ҡулы һуҙырға өлгөрә. Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары һәр эшкә яуаплы ҡараған, ҡәтғи тауыш менән һөйләшкән ҡыҙға «директор» тигән исем биреп ҡуя.
«Уҡытыусы дәрескә инә лә, электрон почтанан мин ебәргән өйгә эште ҡаранығыҙмы, йә, Радий Хәбировтың телевизорҙан һөйләгәнен күрҙегеҙме, тип һорай. Барыһы ла бер тауыштан, эйе-эйе, күрҙек, тип яуап бирә. Мин аҙаҡтан ғына, эйе, мин дә күрҙем, тигән булам. Барыһы ла рәхәтләнеп көлә», – тип студент хәтирәләре менән ихлас уртаҡлаша әңгәмәсем.
Алинанан уҡыу мәлендә килеп тыуған ҡыйынлыҡтар тураһында һорашам. Ул ышаныслы итеп: «Ауырлыҡтар әллә ни булманы», – тип яуаплай. Ә урамда, магазинда йөрөүе ҡыйын түгелме, тип тағы ныҡышам. «Юҡ, ә ҡыҙыҡ хәлдәр булғылай. Кешеләр ҡайһы ваҡыт тупаҫ ҡына итеп һорау биреп ҡуя, ундайҙарҙан көләм генә. Мәҫәлән, дәрескә ашығып китеп барһам, бер ҡатын йүгереп килде лә, ямғыр яуа бит, һеҙ быны беләһегеҙме, ти. Беләм, ҡулсатырымды онотҡанмын, тим, көлөмһөрәп. Бер ваҡыт кибеттә кәрзинемә аҙыҡ тултырып йөрөһәм, һатыусы яныма килеп, ә һеҙ беләһегеҙме, был сыр бик ҡиммәт тора, аҡсағыҙ етәме, тип һорай. Ҡайһы берҙәр беҙҙе бер нәмәгә лә яраҡһыҙ тип уйлаймы, тип аптырап ҡуям. Халыҡтың һуҡырҙар тормошон белмәүенән, аңлап, күҙ алдына тулыһынса килтерә алмауынан шундай һорауҙар тыуалыр», – ти Алина.
«Спорт – барлыҡ уңышымдың нигеҙе!»
Еңел атлетика, саңғы, шоудаун (һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисы) булһынмы, Алина ҡайһы спорт төрөндә генә үҙен һынамаһын, һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшә. Тренерҙары: «Беҙ өйрәткәндәрҙе тиҙ үҙләштерә», – тип уны һәр ваҡыт маҡтай. Мәктәп йылдарында еңел атлетика буйынса ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулай, университетта уҡығанда, 2019 йылда, саңғы буйынса республика чемпионатында ике тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ була. Бынан тыш, шоудаун буйынса ла алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙҙы үҙе тамамлаған 28-се интернат-мәктәпкә тренер итеп тәғәйенләйҙәр.
«Спорт мине сыныҡтырҙы. Үҙемде һәр ерҙә лә ышаныслы тоторға өйрәтте. Быға уҡыуымдағы, шиғриәттәге уңыштарымды ла бәйләп әйтә алам», – ти Алина. Шиғриәт, тигәндәй, 2019 йылда ул БР Яҙыусылар союзы үткәргән «Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе» конкурсында еңеү яулай, шиғырҙары йәш ижадсылар йыйынтығында баҫылып сыға. Ошо ҡыуанысы менән уртаҡлашыр өсөн үҙе тыуып үҫкән Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында «Донъям яҡты» тип исемләнгән ижад кисәһе үткәрә. Килгән ҡунаҡтар Алинаның ижадҡа, кешелеккә, донъяға һөйөүенең көслө булыуына һоҡланып, тамашаны күҙ йәштәрен тыя алмай ҡарай.
Бәхетле әсәй һәм ҡатын
Алина университетта уҡыған йылдарында яратҡан кешеһенә кейәүгә сығырға ла өлгөргән, ире менән гөрләтеп донъя көтәләр. Йәш ғаиләнең бәхетен, ырыҫын арттырып, ике бала донъяға килгән, дүрт йәшлек Руфина һәм ике йәшлек Рәмзил көн дә һөнәрҙәрен арттыра һәм . Тормош иптәше Рөстәм шулай уҡ күреү һәләтенән мәхрүм, БДПУ студенты, буласаҡ информатика уҡытыусыһы. Йәштәр 28-се интернат-мәктәптә бергә уҡыған, артабан бер университетҡа уҡырға ингән. «Өфөләге мәктәпкә уҡырға килгәс, минең малайҙар менән дуҫлашыуым дауам итте. Әммә Рөстәм нимәһе менәндер башҡаларҙан айырылып тора ине, компьютерҙы шәп белә, шулай уҡ үҙем кеүек спортсы ла – бала саҡтан йөҙөү менән шөғөлләнә. Һуңғы ҡыңғырау кисәһендә бер-беребеҙҙе оҡшатып йөрөүебеҙҙе белдереп, яҡындан аралаша башланыҡ, ә университетта уҡығанда айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек», – тип мөхәббәт тарихын да һөйләне Алина.
Әсә булыу донъялағы иң ҙур бәхет икән, һәр минуты шатлыҡ-ҡыуаныс килтерә, ти ул. Бөгөн йәш ата-әсә бәпестәренең һәр ауазына, һәр хәрәкәтенә ҡыуана, бер-береһенә ярҙам итеп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәй. «Сабыйыбыҙ киләсәктә беҙҙең миҙалдарыбыҙҙы күреп, сәләмәт тормош алып барыр, уҡыуҙағы уңыштарыбыҙҙы үрнәк итеп, төплө белем алыр, тип ышанабыҙ», – ти.
Йәш ғаиләнең социаль селтәрҙәрҙә популяр булыуына ғәжәпләнергә түгел – уларҙың блогына яҙылыусылар һаны 90 мең самаһы. Алина менән Рөстәм видеояҙмаларҙы махсус программалар ярҙамында төшөрә һәм үҙҙәре үк монтажлай.
Йәш ата-әсәләр балаларына өлгө генә түгел, ә тирә-яҡтағы бик күп кешеләр өсөн иҫ киткес илһам сығанағы ла. Улар ғаиләһе менән, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тормошта бирешеп ҡалмаҫҡа, һәр осраҡта ҡәнәғәт, бәхетле булып йәшәргә мөмкин икәнлеген күрһәтә.
«Күреү һәләтенән мәхрүм булғандарға эш табыу еңел түгел. Күп эш биреүселәр беҙҙе өҫтәмә хоҡуҡи ауырлыҡтар тип ҡабул итә. Уларҙы йыш ҡына инвалид өсөн офис йәки эш урынын яраҡлаштырыу кәрәклеге ҡурҡыта. Ә беҙҙең һөнәри оҫталыҡ, күрәһең, һорауҙар тыуҙыра, сөнки беҙ һуҡыр бит, – тип фекер йөрөтә Алина. – Уҡытыусы булараҡ ғәҙәти мәктәптә эшләүе ауыр буласаҡ, аңлайым, әммә махсус белем биреү учреждениеларында бындай белгестәр кәрәк, уларға ҡытлыҡ бар. Рөстәмде алһаҡ та, ул һуҡырҙар өсөн компьютер курстарын ойоштора алыр ине. Йәш сағынан һуҡыр булғас, ул был өлкәне яҡшы үҙләштергән һәм, квалификациялы уҡытыусы булараҡ, хәҙер белемен башҡаларға ла еткерә ала».
Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе – ботаҡ тишеге, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәр тап әлеге йәштәргә тап килгән кеүек. Әйтерһең дә, Хоҙай уларҙы күңеле менән яҡтылыҡ, нур өләшер, изгелектәр ҡылыр өсөн генә яралтҡан. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булһа ла, улар һәр минутын ҡәҙерләп, бәхетле итеп йәшәй, һәр нәмәнең тик яҡшы яҡтарын ғына күрә белә. Алинаға, уның ире Рөстәмгә тик изгелектәр юлдаш булһын!
* * *
«Башинформ» агентлығының «Бәхет ул — бергә» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, донъяны яҡтыртҡан, изгелек эшләгән кешеләр хаҡында һәр кем һөйләй ала. Мөмкинлектәре сикләнгән геройҙар хаҡында тарихтар көтөп ҡалабыҙ, хаттарҙы редакцияның inf@bashinform.ru электрон почтаһына «Бәхет бергә» тигән атама менән ебәрергә мөмкин.
Проект «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.