12:17 (UTC+5), 12 Февраля 2025

Башҡортостанда Салауат Юлаев музейын капиталь ремонтлау өсөн подрядсы һайлайҙар

Фото: Урал Килсенбаевтың социаль селтәрҙәре
Роман Якимчук

Салауат районында урынлашҡан Салауат Юлаев музейына (Башҡортостандың Милли музейы филиалы) капиталь ремонт үткәреү өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Контракттың башланғыс хаҡы – 124,19 миллион һум, подрядсыны 24 февралдә билдәләргә йыйыналар. Мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.

Музейға капиталь ремонт «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Подрядсы эштәрҙе 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем тамамларға тейеш. Аҡса федераль һәм төбәк бюджеттарынан бүленә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» музейҙы реконструкциялау пландары хаҡында яҙып сыҡты. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә музейҙы хәтер урыны ғына түгел, ә яңы быуындар заман рухын тоя, тарихҡа ҡағыла һәм үҙенең мираҫы менән ғорурлана алһын өсөн илһам сығанағы итергә планлаштырыуҙарын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-12/v-bashkirii-vyberut-podryadchika-dlya-kapremonta-muzeya-salavata-yulaeva-4118910

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика