


Башҡортостанда үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса «Ҡаргиҙәр» айлығы бара. Өфөлә Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты бүлеге Дәүләт автоинспекцияһы, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Урман хужалығы министрлығы, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ҡаргиҙәрҙәрҙе һәм мотовездеходтарҙы эксплуатациялауҙы тикшерә.
«Өфөлә генә 1938 ҡаргиҙәр теркәлгән, шуларҙың 1110-ы – граждандарҙыҡы, 838-е – ойошмаларҙыҡы. Тикшереүҙәр ял көндәрендә лә ойошторола, сөнки күптәр ҡаланан ҡаргиҙәрҙә йөрөргә килә. Айырыуса теркәү ҡағиҙәләрен үтәүгә, ошо транспорт төрө менән идара итеү өсөн рөхсәткә һәм техник тикшереүгә иғтибар бүленә. Шулай уҡ ял итеү урындарында: коттедж ҡасабаларында, прокат пункттарында, спорт базаларында ҡаргиҙәрҙәрҙе дөрөҫ файҙаланыу мөһим», — тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.
«Ҡаргиҙәр» операцияһы ошондай юлһыҙ ерҙән йөрөй алған транспортты техник тикшереү ваҡыты менән тап килә. Уны ваҡытында үткәреү өсөн Өфө ҡалаһы, Дим урамы, 2 адресы буйынса дәүләт техник күҙәтеү комитеты бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телефон: 7 (34-72) 15-11-12.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.