Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.47
-0.17
90.32
-0.26
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2025, 16:35

Республикала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү өсөн 56 яңы комплекс ҡуйыла

телеграм
Фото: телеграм

Башҡортостанда юл киҫелештәрендә 56 яңы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексын ҡуйыу планлаштырыла. Улар биш йылға ҡуртымға бирелә. Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, системаны 2025 йылдың 1 июненән сафҡа индереү күҙаллана, әле тәүге һынау комплексы Зәки Вәлиди һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә эшләй.

Комплекстар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ҡуйыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-04/v-bashkirii-ustanovyat-56-novyh-kompleksov-fotovideofiksatsii-narusheniy-pdd-4107711

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас