

Башҡортостанда студент отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб булдырыла. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Барлыҡ ведомстволарҙан бөгөнгә асылған вакансиялар буйынса тәҡдимдәр йыйҙыҡ. Штаб булдырырға кәрәк. Студенттар өсөн был эш кенә түгел, ял итеү ҙә. Беҙ ҙә студент йылдарында эшләнек. Йәйгеһен эшләгән аҡса уҡыу йылына етә ине. Матур хәтирәләр», – тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров билдәләүенсә, штабтың төп бурыстары – вакансияларҙы туплау һәм яңыртыу мәсьәләһе.
«2025 йылға республиканың башҡарма власть органдары 23 000-120 000 һум хеҙмәт хаҡы менән студент отрядтары ағзалары өсөн эш урындары буйынса 5213 тәҡдим индергән. Студент отрядтары – республикабыҙ өсөн ҙур кадрҙар потенциалы, шулай уҡ кесерәк быуын өсөн яҡшы һәм дөрөҫ өлгө», – тип билдәләне Вито Сабиров.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан ирекмәндәренең Ҡара диңгеҙ пляждарын мазуттан таҙартыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.