Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
3 Февраля 2025, 08:23

Башҡортостанда «Йылдың йәш ғалимы» премияһы булдырылды

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының «Йылдың йәш ғалимы» премияһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге инновациялар һәм асыштар өсөн бирелә. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.

«Беҙ йыл һайын тапшырыу өсөн һәр береһе 150-шәр мең һумлыҡ 7 премия булдырабыҙ. Был инде республикабыҙҙа фәнде үҫтереүгә сираттағы өлөшөбөҙ», — тине Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан аспиранттары президент стипендияһы конкурсында ҡатнаша ала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-03/v-bashkirii-uchredili-premiyu-molodoy-uchenyy-goda-4105970

Автор:Иван Вавилов
Читайте нас