08:06 (UTC+5), 31 Января 2025

Радий Хәбиров Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө барышын баһаланы

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин
1 из 8

31 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетенең төҙөлөш майҙансығында булды. Республика етәксеһе монтажлау һәм биҙәкләү эштәренең барышын баһаланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсеткә 2006 йылда нигеҙ һалынғайны. Төҙөлөштө төрлө инвесторҙар финансланы. 2016 йылдың йәйендә эштәр туҡтатылды. 2021 йылдың аҙағына иман йортона бөтәһе 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән.

2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшөн тергеҙеү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Шунан һуң белгестәр объектҡа комплекслы тикшереү үткәрҙе һәм уның торошон баһаланы.

2024 йылдың 10 апрелендә республика Башлығы ҡатнашлығында мәсетендә төҙөлөш эштәре тергеҙелде. 

Төҙөүселәр әйтеүенсә, бөгөнгө көндә мәсеттең дүрт манараһы ла Грециянан килтерелгән мәрмәр менән йөҙләнгән, мозаика менән биҙәлгән.

«Манараларҙы эшләү бик ауыр, һәр элемент 80 килограмдан ашыу тарта, архитектура яғынан да үҙ балансын һаҡларға кәрәк ине. Күп көс талап иткән эш, бер квадрат метрҙы ҡайһы берҙә ике көн эшләргә тура килде. Тотош илдән белгестәр йәлеп ителде. Бөгөн үк Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары уларҙың матурлығы менән һоҡлана ала. Төҙөүселәр мәсеттең эсе яҡты булһын өсөн тәҙрәләрен алмаштыра. Беҙ Радий Фәрит улына ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ, финанслау йәһәтенән бер ниндәй ҙә һорауҙар юҡ. Бөтә этаптарҙы ваҡытында тамамлау һәм республика Башлығы ярҙамында алға барыу өсөн барыһы ла төҙөүселәргә бәйле», – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты аппараты етәксеһе Тимур Зәйнуллин.

«Шәхсән минең өсөн был – иң ҡатмарлы төҙөлөш объекттарының береһе, сөнки оҙаҡҡа һуҙылған объектҡа килеүе һәр саҡ ауыр. Әле тегендә, әле бында төрлө проблемалар килеп тыуа, шуға күрә тикшереү өсөн күп ваҡыт сарыф ителде. Быйыл фасадты көпләүгә тотонорға тигән ҡарар ҡабул иттек. Быйыл фасадты эшләп, киләһе йылда эске биҙәкләү эштәрен башлаһаҡ, яҡшы булыр ине. Ваҡытын әйтмәйем, финанс мөмкинлектәренә ҡарап, эште тыныс ҡына дауам итербеҙ. Уны туҡтатмайбыҙ, Хоҙай ярҙамы менән башҡарып сығырбыҙ», – тине Радий Хәбиров «Башинформ» журналисына «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш барышы менән танышҡандан һуң.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-31/radiy-habirov-otsenil-hod-stroitelstva-mecheti-ar-rahim-v-ufe-4103627

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика