

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1 марттан әсәлек капиталын (эскроу-иҫәпте ҡулланып) төҙөлөш подряды килешеүе буйынса шәхси йорт һалыу өсөн файҙаланырға рөхсәт биргән ҡарарына ҡул ҡуйылды.
Бындай иҫәптәр менән эш өсөн хаҡы төҙөлөш тамамланғас ҡына күсерелә, был иһә подрядты намыҫлы башҡарыуҙы тәьмин итә.
Әлеге ваҡытта йорт һатып алыу йәки уны реконструкциялау өсөн әсәлек капиталын файҙаланған ғаиләләрҙең дөйөм һаны 9,5 миллиондан ашыу тәшкил иткән. Уларҙың өстән бер өлөшө бының өсөн кредит алмаған, тип хәбәр иттеләр Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.
2025 йылдың февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 690 мең һумдан ашыу, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға 912 мең һумдан күберәк була.
Торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуҙан тыш, әсәлек капиталын уҡыуға түләү, әсә пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн йүнәлтергә рөхсәт ителә. Килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр икенсе балаға өс йәше тулғансы әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе рәсмиләштерергә мөмкин.
Хәбәр иткәнебеҙсә, әсәлек капиталы программаһы 2030 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.