08:31 (UTC+5), 27 Января 2025

Белоретҡа Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы исеме бирелеүе ихтимал

Фото: Олег Яровиков
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың Белорет ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелеүе мөмкин. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Белорет хакимиәтенең тейешле мөрәжәғәте республиканың Дәүләт Йыйылышына ебәрелгән.

«Мин ҡала властарының башланғысын ҡуш ҡуллап хуплайым. Ысынлап та, Белорет ҡалаһы металлургтары Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең еңеүенә тос өлөш индерҙе. Бөгөнгә республиканың ике ҡалаһының — Өфөнөң һәм Ишембайҙың «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән исеме бар. Ошо йүнәлештәге эште дауам итергә тейешбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Белорет властарынан килгән мөрәжәғәтте яҡын арала ҡарарға йыйыналар.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Рәсәй президенты Владимир Путинға Ишембай ҡалаһына маҡтаулы исем биргәне өсөн рәхмәт белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-27/beloretsku-mozhet-byt-prisvoeno-zvanie-goroda-trudovoy-doblesti-4098022

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика