12:22 (UTC+5), 27 Января 2025

Башҡортостанда матур датала 281 пар өйләнешкән

Әлфиә Әһилуллина

Башҡортостанда матур датала – 2025 йылдың 25 ғинуарында 281 пар никахтарын теркәгән. Был хаҡта республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Яңы йылдың беренсе матур датаһы шәмбегә тура килгәс, был көндө өйләнешкән йәштәр ҙә күп булған. Мәҫәлән, Өфөлә 25 ғинуарҙа 100 пар сәстәрен сәскә бәйләгән. Әйтәйек, 16 пар – Совет районының ЗАГС бүлегендә, 15-е – Киров районында, 14-е – Октябрь районының беренсе ЗАГС бүлегендә һәм Ленин районының ЗАГС бүлегендә теркәлгән.

Республика буйынса теркәлгән никахтар һаны буйынса тәүге урында – Белорет районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге (15 никах), икенселә – Октябрьский ҡалаһының ЗАГС бүлеге, унда 13 пар өйләнешкән.

 Ә райондар араһында иң күбе Иглиндә теркәлгән – 11 никах.

Ведомствола белдереүҙәренсә, 2025 йылдың 25 майы йәкшәмбегә тура килһә лә, республика ЗАГС-тары эшләй һәм никахтарҙы теркәй. 2025 йылдың 25 майында өйләнешеү өсөн Өфөнөң Дим районы ЗАГС бүлегенә ғариза бирергә кәрәк.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан – никахтар һәм тыуым буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбендә. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-27/v-krasivuyu-datu-25-01-2025-v-bashkirii-pozhenilis-281-para-4098338

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика