09:17 (UTC+5), 24 Января 2025

Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе эшенә баһа бирҙе

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 24 ғинуарҙа, Өфөнөң Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе Попечителлек советының сираттағы ултырышы уҙҙы.

«Беҙҙең бүлексәлә, ысынлап та, ҡайһы саҡта уникаль проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, стратосферанан Төньяҡ ҡотопҡа һикереү. Был идеяны яҡташыбыҙ, Рус география йәмғиәте ағзаһы, летчик-инструктор Александр Лынник тәҡдим итте. Ул космонавт, Рәсәй Геройы Михаил Корниенко һәм йыһан техникаһы инженеры Денис Ефремов менән бергә һикерҙе . Геройҙарыбыҙ өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Беҙҙең бүлексә республика ҡалалары һәм райондарында урындағы бүлексәләр менән әүҙем эш алып барған берҙән-бер бүлексә булып тора тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көндә беҙҙәге бүлексәләр илдең ошондай бүлексәләренең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Уларҙы география, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре уҡытыусылары һәм ошо эш менән мауыҡҡан кешеләр етәкләй.

«Был мөһим эште дауам итергә – семинарҙар үткәрергә, урындағы бүлексәләрҙе грант конкурстарында ҡатнаша алырлыҡ проекттар әҙерләргә өйрәтергә кәрәк. Үҙебеҙҙең яҡтан, мәҫәлән, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, экологик саралар ойоштороу, урындағы топонимиканы, тыуған яҡты өйрәнеү кеүек башланғыстарға ярҙам итергә әҙербеҙ», – тине республика етәксеһе.

Былтыр төбәк география йәмғиәтенең «Боронғо Урал легендалары» телепроекты (грант суммаһы – 3 миллион һум), «Студенттарҙың патриотик квесы» (722 мең һум) кеүек проекттары өсөн республиа Башлығы гранттары тапшырылды.

«Рус география йәмғиәтенең девизы – «Рәсәйҙе яңынан, бергәләп асабыҙ» барыбыҙҙы ла илебеҙгә һәм уның төбәктәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырған мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға дәртләндерә.

Мәҫәлән, беҙ ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Рәсәйҙә һәм постсовет киңлегендә беренсе геопарк асыуға өлгәштек. Бөгөн «Янғантау» геопаркы әүҙем үҫешә. Былтыр беҙ «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркын астыҡ.

Икенсе геопарк – «Торатау» өсөн халыҡ-ара статус алыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Бында ҙур эш башҡарылған: визит-үҙәк асылған, туристар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ баҫҡыс төҙөлгән. Хәҙер Торатау республикала халыҡ күп йөрөгән урынға әүерелде», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-24/radiy-habirov-dal-otsenku-rabote-bashkirskogo-otdeleniya-rgo-4095468

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика