Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар , 17:18

Ишле ғаиләләргә түләүле трассаларҙа бушлай йөрөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары күп балалы ғаиләләр өсөн түләүле юлдарҙан ташламалы хаҡҡа йәки бушлай йөрөргә рөхсәт итеүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын ҡарауға индерҙе. Документ закондар сығарыу эшмәкәрлеген тәьмин итеү системаһында урынлаштырылған.

Тәҡдимдең социаль яҡтан әһәмиәтле булыуын нигеҙләп, башланғыс авторҙары «Рәсәй Федерацияһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» федераль закондың 41-се статьяһында льготалы йәки бушлай йөрөү хоҡуғы билдәләнеүен, шул уҡ ваҡытта ишле ғаиләләр өсөн был мөмкинлектең ғәмәлгә ашырылмауын билдәләй.

Беҙҙең тәҡдим күп балалы ғаиләләрҙең түләүле автомобиль юлдарынан йөрөүгә бәйле сығымдарын ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш, тип иҫәпләй закон проекты инициаторҙары.

Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһында тыуымды реклама ярҙамында арттырырға тәҡдим иттеләр, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-21/mnogodetnym-semyam-predlagayut-razreshit-besplatnyy-proezd-po-platnym-trassam-4091392

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: