12:11 (UTC+5), 20 Января 2025

Республикала торлаҡҡа сиратта торған етем балалар һаны кәмей

Фото: скриншот
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостанда торлаҡҡа сиратта торған етем балалар һаны кәмей. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

– Тәүге тапҡыр беҙҙә ҡырҡа үҙгәреш булды – торлаҡҡа сиратта торған етем балалар һаны кәмей башланы, – тип билдәләне Ленара Иванова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда етем балаларға социаль ярҙам көсәйтелде. 2024 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, шулай уҡ тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә социаль ярҙамды көсәйтеүгә йүнәлтелгән «Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте.

Бынан алда «Башинформ» республикала 5 меңдән ашыу етемде торлаҡ менән тәьмин итеү хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-20/v-bashkirii-snizilos-kolichestvo-detey-sirot-stoyaschih-v-ocheredi-na-zhilie-4089668

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика