Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 20 ғинуарҙа республикала урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,-5 градус.
Бынан алдараҡ Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе водителдәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәрткәйне.