Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
19+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар , 14:49

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығы
Фото:Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика буйынса баш идаралығы

Мәләүездән 1987 йылғы Рөстәм Этҡоловты суд приставтары эҙләй. Ир бәлиғ булмаған балаһына алимент түләмәй. Уның 1 миллион һумдан ашыу бурысы бар. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканан ситкә сығып киткән ирҙе эҙләйҙәр.

«Ошо кешенең ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт булһа, 8 (347) 273-56-40; 8 (922) 679-24-09 телефондарына шылтыратып хәбәр итеүҙе һорай», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда алимент түләмәгән ир иректән мәхрүм ителгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-15/zhitel-bashkirii-skryvaetsya-ot-svoego-rebenka-kotoromu-dolzhen-bolee-1-mln-rubley-4084124

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: