06:13 (UTC+5), 10 Ғинуар 2025

Өфөлә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белгән уҡыусыларҙы асыҡлайҙар

Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 39-сы төбәк-ара олимпиада башланды. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл олимпиадала Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан 9-11-сы класс уҡыусылары ҡатнаша.

«Олимпиаданың статусы йылдан-йыл күтәрелә, быға уны Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы олимпиадалары һәм конкурстары исемлегенә индереү ҙә булышлыҡ итә. Төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы тапшырыла. Бынан тыш, республикала урынлашҡан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар бар», — тине мәғариф министры.

Әйткәндәй, олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында айырым билдәләнә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән алып барылған эш тураһында һөйләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-10/v-ufe-prohodit-mezhregionalnaya-olimpiada-po-bashkirskomu-yazyku-i-literature-4079041

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика