Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2025, 15:03

Өфөлә «Аксаков шыршыһы»нда 278 бала ҡатнашты

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, алтынсы тапҡыр «Аксаков шыршыһы» үтте. Байрамға Өфөнән, Өфө, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Бөрө, Стәрлетамаҡ райондарынан 300-гә яҡын бала саҡырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова етәкселегендә уҙғарыла. Тәүге «Аксаков шыршыһы» 2019 йылда хәйриәселәрҙең аҡсаһына ойошторолдо, унан һуң республика етәксеһе ошондай байрамдарҙы республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында үткәрергә ҡушты.

Быйыл да ойоштороусылар төрлө программа әҙерләгән.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған ҙур-ҙур ҡурсаҡтар байрам кәйефе бүләк итте. Аниматорҙар һәм ирекмәндәр ҡунаҡтарға «тылсымлы таяҡтар» һәм мандариндар таратты.

Икенсе ҡаттағы Яңы йыл шыршыһы янында балалар өсөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән әйлән-бәйлән ойошторолдо. Театр артистары ла балалар өсөн бүләк – «Щелкунчик» балетын әҙерләгән.

Спектакль алдынан тамашасыларҙы Башҡортостан Башлығы һәм уның хәләл ефете сәләмләне.

«Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Һеҙ ысынлап та иң матуры, иң аҡыллыһы, иң талантлыһы, иң мөһиме – иң көслөһө.

Һәр ваҡыттағыса Яңы йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Күптәрегеҙҙең сирләмәҫкә, һауығырға, ныҡ булырға, яҡшы уҡырға теләүен беләм. Беҙ ҙә был теләктәргә ҡушылабыҙ. Ысын күңелдән һеҙгә тормошоғоҙҙа барыһы ла яҡшы булһын тип теләйбеҙ.

Бөгөн әсәйҙәрегеҙгә айырым рәхмәт һүҙҙәремде һәм тәрән ихтирамымды белдерергә теләйем. Сөнки изге күңелле әсәйҙәрегеҙ һеҙгә ныҡ ярҙам итә.

Бөгөн залда атайҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балалар күп. Атайҙарығыҙға тәрән хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Улар беҙҙе һаҡлай. Беҙ, бөтә яугирҙәребеҙҙе кеүек, атайҙарығыҙҙың иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ. Үҙебеҙҙең яҡтан һеҙгә ярҙам күрһәтеү, тормошоғоҙҙо саҡ ҡына булһа ла яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һәм тынысыраҡ итеү өсөн барыһын да эшләрбеҙ.

Яңы йыл менән, һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ», – тине Радий Хәбиров.

«Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла «Аксаков шыршыһы» ҡунаҡтарын ҡотланы.

«Был – тылсымлы шыршы. Бөгөн беҙ иң тылсымлы тамаша ҡарарбыҙ. Әгәр донъяға изгелек һәм мөхәббәт күҙлегенән ҡараһаҡ, барыһы ла килеп сығыр»,  – тине Каринэ Хәбирова.

Спектаклдән һуң республика Башлығы Радий Хәбиров тормош иптәше менән балаларға яңы йыл бүләктәре таратты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-10/v-ufe-na-blagotvoritelnoy-aksakovskoy-yolke-pobyvali-278-detey-4079523

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас