08:19 (UTC+5), 09 Января 2025

Кушнаренко ауылында 320 урынлыҡ яңы поликлиника асылды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында уҙған йылдың декабрь айында сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән өр-яңы өс ҡатлы поликлиника асылды.

Ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Андреевский биҫтәһе биләмәһендә төҙөлгән. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында яңы медицина учреждениеһында булды.

Яңы поликлиниканың беренсе ҡатында рентген диагностикаһы бүлеге һәм дөйөм бүлмәләр урынлашҡан. Икенселә – эндоскопия бүлексәләре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, терапевтар кабинеты һәм башҡа бүлексәләр. Өсөнсө ҡатта иһә физиотерапия һәм терапия бүлексәләре.

Поликлиниканың балалар бүлексәһе өлкәндәрҙе ҡабул итеү өсөн бүлмәләрҙән айырым урынлашҡан.

Радий Хәбиров кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Медицина хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, яңы поликлиникала эшләү һәм пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Кушнаренко халҡы ауыл эсендә автобус бәйләнешенең юҡлығы ҙур проблемаларҙың береһе булыуына зарланды. Кушнаренко оҙон, ә шәхси транспорт бөтәһендә лә юҡ.

Маршруттарҙың рентабелһеҙ булыуы сәбәпле шәхси эшҡыуарҙар пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнергә теләмәй, ти Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов.

Транспорт министрлығы һәм «Башавтотранс» етәкселегенә ошо мәсьәләне өйрәнеү буйынса тейешле йөкләмәләр бирермен, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Кушнаренкола диспансеризация сифатлы итеп яйға һалынған. Бында яңы поликлиника күптән кәрәк ине. Беҙҙә тағы ла алты поликлиника төҙөлә. Яңыраҡ ҡына Өфөлә төҙөкләндерелгән поликлиникалар асылды. Бында табиптар етерлек, тар йүнәлешле белгестәр бар. Әйткәндәй, йәштәр эшләй. Шулай уҡ бында диспансеризацияға етди ҡарайҙар. Ә был, минеңсә, кешеләр тураһында хәстәрлек күреүҙең мөһим өлөшө», – тине Радий Хәбиров, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисының һорауына яуап итеп.

Объекттың дөйөм майҙаны яҡынса 5 мең квадрат метр тәшкил итә.

Медицина учреждениеһы төҙөлөшөнә ҡорамалдар һатып алыу менән бергә 552,38 миллион һум аҡса тотонолған, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 326,7 миллион һум, республиканан 225,68 миллион һум бүленгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-01-09/v-bashkirii-v-sele-kushnarenkovo-postroili-novuyu-polikliniku-na-320-posescheniy-4078054

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика