16:56 (UTC+5), 09 Ғинуар 2025

Башҡортостандан әсәле-ҡыҙлы 35 йыл күрешмәгәндән һуң осрашты

Фото: скриншот
Инсаф Хужабирганов

Магнитогорск ҡалаһынан Анна Соловьева НТВ каналындағы «ДНК» программаһында ҡатнашты. Телестудияла ул 35 йыл элек бала табыу йортонда ташлап киткән әсәһе менән осрашты.

18 йәшлек сағында Аннаға әсәһе бала табыу йортонан алып ҡайтыуы, ә уның исеме Анна түгел, ә Гүзәл булыуы хаҡында һөйләп бирә. Ҡыҙ милләте бөтөнләй урыҫ түгел, ә башҡорт булыуын белә. 

– Ғаиләлә берҙән-бер бала инем. Атайым менән әсәйем нимә теләйем, шуны алып бирҙеләр. Атайым хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләне, командировканан күлдәк, уйынсыҡтар алып ҡайта ине. Атай-әсәйемә оҡшамағанмын, тип уйлағаным да булманы. Тик 11 йәшемдә уйнап ултырғанда ике туған апайым, һине тәрбиәгә алғандар, улар һинең ысын атай-әсәйең түгел, тип һалды. Ошо көндән башлап шикләнә, борсола башланым, – тип һөйләй күҙ йәштәре аша тапшырыу геройы.

Анна үҙен тәрбиәгә алғандарын белгәс, шаҡ ҡата.

– Исемемдән шаҡ ҡаттым, бөтөнләй оҡшамай. Биологик атай-әсәйемдең башҡорт ауылынан икәнен беләм, әсәйем Магнитогорск ҡалаһына килгән булған, 12-се участкала ауырып киткән һәм мине тапҡан. Ә икенсе көндө үк ташлап киткән. Ул рус телендә бер һүҙ ҙә белмәй, бары тик баш тартыу ғаризаһына ҡул ҡуйған, – ти Анна.

Тапшырыу барышында Анна үҙенең бер туған һеңлеһе Рита барлығын белде. Рита ғаиләһе менән Учалы биҫтәһендә йәшәй. Ире менән ике ул үҫтерәләр. Бала сағы ауыр үтһә лә, һеңеһе әсәһенә ҡарата йылы тойғоларын һаҡлай алған.

Рита НТВ каналы тамашасыларына ике балаһын яҙмыш ҡосағына ташлаған әсәһе Флүзә Жалаева хаҡында һөйләне.

– Мине 8 йәшемдә балалар йортона алып киттеләр. Әсәйемдең насар ғәҙәттәр бар ине. Тәүге ике йылда килеп хәлемде белеп торҙо, аҙаҡ бөтөнләй юғалды. Күп йылдар үтеп, кейәүгә сыҡҡас, әсәйем мине үҙе килеп тапты. Бик насар хәлдә, йөрөй алмай, йөрәге ауырта ине. Ирем менән кәңәшләшкәс, күршеләге йортҡа күсереп алдыҡ. Бөгөн әсәйемә бер нәмә лә кәрәкмәй, йылы өйҙә яратҡан сериалдарын ҡарап көндәрен үткәрә. Көн һайын уның янына барабыҙ, ашарға, һыу алып киләбеҙ. Улдарым өләсәһен ярата, – ти Рита.

ДНК-анализ һөҙөмтәләре билдәле булғас, Анна әсәһе менән осрашырға ҡарар итте һәм Учалы районына юлланды. Яҡын кешеһе менән осрашҡас, үҙенең ғәфү итергә әҙер булмағанлығын аңланы.

– Рита апайым менән телефон аша бәйләнеш тотасаҡбыҙ, ғаиләләребеҙ менән осрашасаҡбыҙ, әммә әсәй тигән исемде йөрөткән кеше менән һөйләшә алмайым, – ти Анна.

Ике сабыйын ташлап киткән Флүзә Жалаева хаталары өсөн үкенеүен белдерҙе һәм ғәфү үтенде.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика