

Башҡортостандың почта бүлексәләре яңы йыл байрамдарында эш графигын үҙгәртә, тип хәбәр иттеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Дүшәмбе, 30 декабрҙә, улар шәмбе өсөн билдәләнгән график буйынса эшләй. 31 декабрь, шулай уҡ 1 һәм 7 ғинуар республиканың почта бүлексәләре өсөн ял көнө була. Был көндәрҙә почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Пенсия һәм пособиелар социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешелгән график буйынса таратыла.
«2, 3, 4, 5, 6, 8 ғинуарҙа барлыҡ почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй. 6 ғинуарҙа улар клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙе бер сәғәткә алдараҡ тамамлай. Клиенттар пенсия һәм пособие, посылка, гәзит-журналдарҙы ваҡытында алһын өсөн ҡайһы бер ауыл бүлексәләренең эш тәртибендә үҙгәрештәр булыуы ихтимал», — тип билдәләнеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығында. Заказдар биреү пункттары урынлашҡан почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.