26 декабрҙә Өфөнөң төп яңы йыл шыршыһында — Ленин исемендәге майҙанда байрам уттары ҡабынды. Сарала, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тыш, ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡатнашты.
Шулай уҡ баш ҡаланың Ленин майҙанында ҡыш бабай резиденцияһы асылды.
Бынан алдараҡ мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Өфөлә Ҡыш бабайҙың яңы йыл резиденцияһына бушлай инергә мөмкин тип белдергәйне.
«Өсөнсө йыл бойомға ашырылған шәп һәм мөһим социаль проект тип иҫәпләйем. Йыл һайын беҙ резиденция янындағы инфраструктураны ҡыҙыҡлыраҡ итергә тырышабыҙ: саңғылар, хаскиҙар, төньяҡ боландары. Резиденцияла һәр кем ғаиләһе менән килеп, фотоға төшә алһын өсөн яңы йыл мөхите булырға тейеш », — тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.