13:16 (UTC+5), 27 Декабрь 2024

Башҡортостанда балалар приюттарында тәрбиәләнеүселәр кеҫә аҡсаһы алды

Фото: Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда балалар приюттарында тәрбиәләнгән 432 бала беренсе тапҡыр кеҫә аҡсаһы алды. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

«Хәҙер Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәрҙең, өйҙә йәшәгән тиҫтерҙәре кеүек үк, һатып алыу, хыялы өсөн аҡса йыйыу мөмкинлеге бар... Ете йәштән башлап ай һайын балаларға йәшенә ҡарап билдәле бер сумма — 700-1000 һум бирелә, улар был аҡсаны үҙҙәре теләгәнсә тотонорға хоҡуҡлы: косметика, мәктәп буфетында тәмлекәс алырға, маркетплейстарҙа оҡшаған әйберҙәренә заказ бирергә мөмкин»,  — тине министр.

Ленара Иванова һүҙҙәренсә, кеҫә аҡсаһы — социализация, финанс белеме тураһында ғына түгел, тәрбиә тураһында ла. Мәҫәлән, балалар ошо аҡсаға үҙҙәре теләгәнде һатып алған.

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры һүҙҙәренсә, «Ал елкәндәр» үҙәге тәрбиәләнеүселәре МХО яугирҙәренә ярҙам акцияһында ҡатнашырға теләк белдергән һәм кеҫә аҡсаһының бер өлөшөн маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн материал һатып алыу өсөн тапшырған.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә етем студенттар өсөн стипендия булдырылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-27/vospitanniki-detskih-priyutov-v-bashkirii-poluchili-pervye-karmannye-dengi-4068939

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика