«Азербайжан һауа юлдары» 28 декабрҙән Баҡынан Өфө, Сочи, Волгоград, Һамар, Грозный, Минеральные Воды һәм Махачкала ҡалаларына рейстарҙы туҡтата. Компанияла белдереүҙәренсә, Азербайжандың дәүләт һауа авиацияһы агентлығы осоштарҙың хәүефһеҙлеге өсөн Embraer 190 самолеты һәләкәтен тикшереү тамамланғасы ошондай ҡарар ҡабул иткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азербайжандан Баҡы – Грозный маршруты буйынса осҡан Embraer 25 декабрҙә Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһы янында ҡолаған.
Ләкин AZAL Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфөгә, Ҡазан, Әстрхан, Новосибирск һәм Екатеринбург йүнәлешендәге рейстарҙы элекке кеүек үк башҡара.
Шулай уҡ Ҡаҙағстандың Qazaq Air (бер ай Астананан Екатеринбургҡа осмай, Омскиға һәм Новосибирскиға ғына оса) һәм Израилдең El AL компаниялары Рәсәйгә осоштарҙы туҡтатты (Мәскәүгә рейстар бер аҙнаға туҡтатылды).