Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2024, 10:31

Өфөлә Республика шыршыһында 1000-гә яҡын бала ҡатнашты

Өфөлә Республика яңы йыл шыршыһы үтте. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған байрамға тотош республиканан 1000-гә яҡын бала саҡырылды.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, улар араһында – уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән уҡыусылар, һаулығы йәһәтенән проблемалары булған балалар.

«Төрлө балалар бар, һәр береһенең – үҙ тарихы һәм үҙ хыялы. Ләкин беҙ, өлкәндәр, ошо хыялдар тормошҡа ашһын өсөн барыһын да эшләй алабыҙ һәм эшләргә тейешбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-25/na-respublikanskuyu-elku-v-ufu-priglasili-okolo-1000-detey-4067028

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас