Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын коммерция маҡсатында фотоға һәм видеоға төшөрөү тыйыла. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте иҫкә төшөрҙө.
2023 йылдың майында пилотһыҙ осҡостарҙы файҙаланыу тыйылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Был дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, улар ҡарамағындағы ойошмалар һәм предприятиелар файҙаланған пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡағылмай. Шулай уҡ пилотһыҙ осҡостарҙы Башҡортостандың оператив штабы ҡарамағындағы махсус төркөм менән һөйләшеп килешкән осраҡта файҙаланырға мөмкин.