Мишкә районында күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың 130 йыллығы билдәләнәсәк. Был хаҡта районда үткән ҡоролтайҙың киңәйтелгән ултырышында һөйләнеләр. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы директоры урынбаҫары Әлфиә Байбурина ҡатнашты.
Ҡыйғаҙытамаҡ ауылындағы Шәйехзада Бабич музейы етәксеһе Әлфиә Зарипова әйтеүенсә, күренекле шағирҙың атаһы Мөхәмәтзакир Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килгән, шуға күрә төп хәтер сараларын уның тыуған төйәгендә үткәреү планлаштырыла.
Ултырышта шулай уҡ VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре барланды, киләһе биш йыллыҡҡа пландар төҙөлдө. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова район ҡоролтайының эшмәкәрлеге, Оло Шаҙы, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы башҡорттарының махсус хәрби операцияға күрһәткән ярҙамдары тураһында һөйләне. Ул МХО-ға ҙур өлөш индергән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы старостаһы Гүзәлиә Кәримованы, Оло Шаҙы ауылынан яугирҙарға КАвЗ автобусын ебәргән Марат Фәтхетдиновты айырым билдәләп үтте.
Район ветерандар советы Президиумы ағзаһы Харис Ғәйфуллин күренекле шәхес — Миҙхәт Шәйҙуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары ойошторорға саҡырҙы.
— Миҙхәт Шәйҙуллин — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан ветерандар советының беренсе рәйесе, Юғары Совет депутаты булып эшләгән. Уның Мишкә районына килтергән файҙаһы ҙур. Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары иҫтәлегенә Оло Шаҙыла ҙур мемориаль таҡта ҡуйҙыртты, ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары ла уның ярҙамында ҡалҡып сыҡты, Оло Шаҙыла мәктәп, музей төҙөүҙә лә үҙ өлөшөн индерҙе, райондағы күп ойошмаларға ярҙам ҡулы һуҙҙы. 100 йыллыҡ юбилейын юғары кимәлдә ойоштороу — беҙҙең бурысыбыҙ, — тине Харис Ғәйфуллин.
Ултырыш һуңында Әлфиә Байбурина республика Башлығы Радий Хәбировың ҡоролтайҙағы сығышы, үҙе ҡатнашҡан секция ултырышында күтәрелгән мәсьәләләр һәм индерелгән тәҡдимдәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ сығышында Әлфиә Байбурина Мишкә башҡорттарын борсоған мәсьәләләргә туҡталды, халыҡ менән йәнле һөйләшеү алып барҙы.
Мишкәләр Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы Оло Шаҙы ауылында Хеҙмәт һәм дан музейына ремонт талап ителеүен, Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы Шәйехзада Бабич музейында интернет селтәре булмауы заман менән бергә атларға мөмкинлек бирмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Шәйхзада Бабич, Миҙхәт Шәйҙуллиндың юбилей сараларын үтәкәреүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан ярҙам күрһәтеүҙе һоранылар. Мәғлүм булыуынса, Мишкә районында башҡорт теленең төнъяҡ-көнсығыш диалектында аралашҡан милләтәштәребеҙ йәшәй. Күптәре Оло Шаҙы һәм Ҡыйғаҙытамаҡ ауылдарында төбәкләнгән берҙәм һәм рухлы халыҡ. Был сара тағы берҙе шуға дәлил булды, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.