07:51 (UTC+5), 24 Декабрь 2024

Башҡортостан теркәлмәгән блогерҙар өсөн яуаплылыҡ тәҡдим итергә йыйына

Фото: Олег Яровиков
Роман Якимчук

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына популяр блогерҙарға ҡағылышлы төҙәтмәләр әҙерләргә һәм закон проектын Дәүләт Думаһына индерергә йыйына. Үҙҙәренең мәғлүмәт ресурстарын билдәләнгән тәртиптә теркәмәгән, 10 меңдән ашыу яҙылыусыһы булған блогерҙар өсөн яуаплылыҡ билдәләргә тәҡдим ителә. Бындай ҡарар дәүләт мәғлүмәт сәйәсәте мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Әлеге ваҡытта закон яҙылыусылары күп булған блогерҙарҙы Роскомнадзорға үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт биреүҙе талап итә, ләкин ошо норманы үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ юҡ. Шул рәүешле депутаттар был етешһеҙлекте бөтөрөргә тәҡдим итә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, популяр пабликтарҙың анонимлыҡ статусын алыу интернет-контенттың йәмғиәткә йоғонтоһо арта барыу сәбәпле барлыҡҡа килгән талап. Дәүләттең һәм йәмғиәттең именлеген тәьмин итеү өсөн киң аудиториялы мәғлүмәт ресурстары аноним булырға тейеш түгел.

Бынан алдараҡ «Башинформ» журналистарҙың һәм блогерҙарҙың фейктарға ҡаршы нисек  көрәшеүе хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-24/bashkiriya-predlozhit-vvesti-otvetstvennost-dlya-nezaregistrirovannyh-blogerov-4064845

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика