Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2024, 15:17

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

21 декабрҙә Башҡортостанда боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарға көрт һалыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә. Һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында иҫкәрттеләр.

Иртәгә төндә бер аҙ ҡар яуа; көндөҙ бер аҙ ҡар, епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 13, -18°, аяҙытҡанда -23°, көндөҙ -2, -7°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-20/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-ob-uhudshenii-pogody-4061444

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас