Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 19 декабренә тиклем донъяға килгән балаларҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.
Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Осиямо, Неслихан, Ынйыгөл, Ранэль һәм Руа. Малайҙар араһында иһә Азарий, Риян, Мөслихитдин, Динияз һәм Әбүсәйет.
Киң таралған ҡатын-ҡыҙ исемдәренә килгәндә, Әминә (437), София (379), Эмилия (370), Ева (367) һәм Арина (351). Малайҙарға ата-әсәләр йышыраҡ Әмир (558), Тимур (351), Артем (348), Марк (346) һәм Эмир (331) тип ҡуша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ғаилә ҡороу һәм тыуым буйынса 10 төбәк исемеленә инде.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-20/v-bashkirii-rodilis-ynyygul-i-abusayod-4060614