Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2024, 12:01

Синоптиктар республикала яңы йыл төнөнә һауа торошон фаразланы

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Синоптиктар Башҡортостанда яңы йыл төнөнә һауа торошона яҡынса фараз бирҙе. «Яндекс. Һауа торошо» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә яҡшы һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, 9-11 градус һалҡын.

Яңы йыл каникулдарында ла ошондай һауа торошо һаҡлана. Байрам көндәрендә ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй. Ә бына Яңы йылға тиклем бер нисә көн ҡалғас, 27-28 декабрҙә, епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-19/sinoptiki-dali-prognoz-pogody-na-novogodnyuyu-noch-v-bashkirii-4059119

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас