Өфө хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең баш ҡалалары мэрҙары милли рейтингында бишенсе урынды алды. «Милли рейтинг»тың тәүге бишәү исемлегендә юғары урын бер нисә фактор, шул иҫәптән баш ҡаланың үҫеш планын уңышлы тормошҡа ашырыу һәм сити-менеджерҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән бәйле.
«Баш ҡала етәксеһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров командаһының барлыҡ төп уйынсылары менән тиерлек уртаҡ тел табып, республика етәксеһе командаһында билдәле фигураға әүерелде», — тине рейтингты төҙөүселәр.
«Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәгенең Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты менән берлектә әҙерләгән рейтингҡа илдең 88 ҡала башлыҡтары инде.