Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2024, 11:46

Башҡортостанда Мәғариф министрлығы ҡарамағында Балалар советы ойошторола

Башҡортостанда Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Балалар советы тураһында положение раҫланды. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Балалар советы мәғариф министрлығына дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Совет 12-18 йәшлек 12 ағзанан тора. Ул мәғариф өлкәһендәге урындағы үҙидара органдарының тәҡдиме буйынса конкурс нигеҙендә формалаштырыла.

Совет ағзалары мәғариф системаһын яҡшыртыу, шул иҫәптән белем биреү учреждениелары инфраструктураһын үҫтереү, уҡытыу сифатын күтәреү, яңы методикалар һәм технологиялар индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә ҡатнаша ала.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында йәмәғәт советы булдырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-18/v-bashkirii-budet-sozdan-detskiy-sovet-pri-ministerstve-obrazovaniya-4057224

Автор: Сергей Николаев
Читайте нас