08:24 (UTC+5), 13 Декабря 2024

Ырымбур башҡорттары балалар өсөн туған телде өйрәнеү курстарын асырға йыйына

Фото: Валерий Шахов
Әлфиә Әһлиуллина, Ләйлә Аралбаева

Ырымбур башҡорттары балалар өсөн туған телде өйрәнеү курстарын асырға әҙерләнә. Был хаҡта «Башинформ» хәбәрсеһенә Орск ҡалаһынан VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн килгән Линера Кәлимуллина һәм Әлиә Әбүзәрова һөйләне. Уларҙың һүҙҙәренсә, Ырымбур өлкәһе делегацияһында – Ырымбур, Орск, Ҡыуандыҡ, Новотроицк, Медногорск ҡалаларынан 18 вәкил.

«Беҙ башҡорт теле, эшҡыуарлыҡ һәм мәҙәниәте буйынса секцияларҙа ҡатнашырға йыйынабыҙ. Башҡорт теле секцияһында беҙ, тәү сиратта, үҙебеҙҙең Орск ҡалаһында балалар өсөн башҡорт теле курстары ойоштороу буйынса методик һәм башҡа төрлө ярҙам алырға өмөтләнәбеҙ. Бөгөн ҡалала 4 мең самаһы башҡорт йәшәй, күп балалар башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен белмәй. Был башҡорт халҡының изге урыны – «Каруанһарай» комплексының тарихына ла ҡағыла. Беҙгә ошо етешһеҙлекте бөтөрөргә, ә иң мөһиме, балаларға ошо хаҡта һөйләргә, аңлатырға кәрәк. Үҙебеҙгә лә туған телдә күберәк аралашыу, тарихты һәм мәҙәниәтте өйрәнеү зарур», — тине Линера Кәлимуллина.

Әлиә Әбүзәрова сараның бик яҡшы ойошторолоуын билдәләне:

«Делегаттарҙы ҡаршы алыу, шул иҫәптән программа – барыһы ла юғары кимәлдә. Кисә кискеһен филармонияла беҙгә башҡорт милли йолаларын күрһәттеләр. Беҙ барыһын да беләбеҙ, әлбиттә, ләкин үҙебеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ та астыҡ».

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-13/bashkiry-orenburzhya-planiruyut-zapustit-kursy-izucheniya-rodnogo-yazyka-dlya-detey-4050868

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика