Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
09:32 (UTC+5), 13 Декабря 2024

Рәсәй халыҡтары йорто директоры башҡорт ҡоролтайының әһәмиәте хаҡында һөйләне

Фото: Валерий Шахов
Инсаф Хужабирганов

«Башинформ» агентлығына Рәсәй халыҡтары йорто директоры Анна Полежаева VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әһәмиәте хаҡында һөйләне. Эксперт был сараның илебеҙҙең дәүләтселеген үҫтереүгә һәм нығытыуға тос өлөш индереүен билдәләне.

— Мин һәр саҡ әйтәм: Рәсәй халыҡтары йорто — күп милләтле илебеҙ халыҡтарының берҙәмлегенең билдәһе, шуға ла илебеҙҙә һәр халыҡ ҡәҙерле һәм мөһим. Беҙ барыбыҙ ҙа бер халыҡ һәм бөгөн айырыуса беҙгә берҙәм булыу мөһим. Бөгөн пленар ултырышта һәр халыҡ күп милләтле илебеҙҙең айырылғыһыҙ, бик мөһим өлөшө булыуы, дәүләтселегебеҙҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға индергән өлөшө тураһында күп һөйләнде. Йәғни бөгөн үҙ иленең үҫеше өсөн халыҡ ҡына түгел, һәр кеше яуаплы. Шулай уҡ кәңәшмәлә башҡорт халҡының дәүләтселеккә ярҙам итеүгә, тотош дәүләт үҫешенә, МХО барышында дәүләткә ярҙам итеүгә индергән ғәйәт ҙур өлөшө тураһында һәйләнеләр.

Полежаева әйтеүенсә, күп милләтле илебеҙҙә берҙәмлек тойғоһон нығытыуҙа форумдың әһәмиәте ҙур.

— Башҡорт халҡын ғына түгел, тотош күп милләтле илебеҙҙе берләштереүҙә форумдың роле ҙур, тип әйтер инем, сөнки бындай сағыу берҙәмлек символдары бөгөн мөһим. Улар беҙҙең иңгә-иң терәп торғаныбыҙҙы, бер-беребеҙ өсөн, бер Рәсәй халҡы икәнебеҙҙе күрһәтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә башҡорттарҙың VI Бөтә донъя Ҡоролтайы бара. Тарихи форумда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-13/direktor-doma-narodov-rossii-rasskazala-o-znachenii-kurultaya-bashkir-4051194

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика