08:41 (UTC+5), 13 Декабрь 2024

Оскар Ситдиҡов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнәсәк

Фото: Валерий Шахов
Инсаф Хужабирганов

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезы дауам итә. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Төбәк етәксеһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың идара итеү системаһында, шул иҫәптән төбәк башлығы хакимиәтендә вазифалы урындарҙа күреүен белдерҙе.

— Беҙҙә әлеге ваҡытта 34 яугир ҡала һәм район советтары депутаттары итеп һайланды. МХО ветераны Артур Ғәлиев – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Оскар Ситдыҡов – «Ватан батырҙары» программаһында ҡатнашыусы. Мин уға Ҡораллы көстәрҙән эштән сыҡҡас, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы булып ҡалырға тәҡдим иттем. Бындай егеттәр республиканың идара итеү системаһында эшләргә тейеш, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бара. Тарихи форумда бөтә донъянан 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-13/oskar-sitdikov-budet-naznachen-pomoschnikom-glavy-bashkirii-4051651

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика