05:34 (UTC+5), 12 Декабря 2024

Башҡортостанда МХО ветерандары ассоциацияһы ойошторола

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабирганов

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Республика етәксеһе сығышын МХО-ла һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланы.

– Беҙ СВО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә бөтә ярҙам сараларын күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Һуғыш ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнергә кәрәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙы идара итеү һәм закондар сығарыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға рөхсәт итегеҙ: улар хәҙер илебеҙ, республикабыҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Ветерандар менән эшләгәндә уларға ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәгеҙ, был эштә бюрократия булырға тейеш түгел. Беҙ уларҙы дауалау, реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу һ.б. мәсьәләләрҙең барыһын да комплекслы хәл итеү өсөн республиканың МХО ветерандары ассоциацияһын булдырабыҙ. Мин Указға ҡул ҡуйҙым, уға ярашлы 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителә», — тине Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Республика Башлығы, депутат корпусы, башҡарма власть органдары, район һәм ҡала хакимиәттәре, республика йәмәғәтселеге йыл сараларында әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-12/v-bashkirii-sozdadut-assotsiatsiyu-veteranov-svo-4048605

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика