Башҡортостандың «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре «Рәсәй шыршылары» Бөтә Рәсәй конкурсына дәғүә итә ала. Был хаҡта илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
Конкурс 2024 йылдың 25 декабренән 2025 йылдың 13 ғинуарына тиклем бара. Шыршыларҙы оҫталарҙың һәм һөнәрселәрҙең, халыҡ художестволы һәм урындағы кәсепселек предприятиеларының республиканың үҙенсәлекле образын сағылдырған изделиелары биҙәй.
Иң күркәм шыршыларҙы 9 ғинуарҙан 11-нә тиклем «ГородаМеняютсяДляНас» проектының рәсми төркөмөндә һайлайҙар. Ун төбәк ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә.
Бынан алдараҡ Өфөлә Ҡыш бабайҙың өс резиденцияһы асылыуы билдәле булды.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-11/zhiteli-bashkirii-vyberut-elku-rossii-4047300