Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2024, 10:18

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет синоптиктары.

Бөгөн, 10 декабрҙә, ҡар яуыуы көтөлә, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Айырым участкаларҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Көндөҙ -5, -10°.

Шаршамбы, 11 декабрҙә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10°, аяҙытҡанда -15°, көндөҙ -3, -8°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-10/bashkiriyu-ozhidayut-snegopady-4045026

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас