Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 21:28

«Ҡоролтайға йәштәрҙе йәлеп итеү мөһим»

ғаилә архивы
Фото: ғаилә архивы

«Башинформ» яҡынлашып килгән VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән аралашыуын дауам итә. Киләһе әңгәмәсебеҙ – Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова.

– Ҡоролтайҙың төп бурысы – халҡыбыҙ һағында тороу, уны борсоған проблемаларҙы хәл итеү. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы ниндәй эштәре менән айырылып тора?

– Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы – республикабыҙҙа иң алдынғыларының береһе. Мәҫәлән, Башҡорт теле йылында беҙҙең ойошма Башҡортостан ҡалалары ҡоролтайҙары араһында икенсе урынды (2020 йыл), Башҡорт тарихы йылында беренсе урынды (2021 йыл) яуланы.

Әлеге ваҡытта яҙмышы ҡала тарихы менән бәйле булған билдәле башҡорт шәхестәренең биографияһы буйынса китаптар сығарыу, күренекле башҡорттарға һәйкәл асыу кеүек сауаплы һәм әһәмиәтле ғәмәлдәр ҙә – төп маҡсатыбыҙ. Әйтәйек, былтыр этнограф, мәғрифәтсе, шағир, тәржемәсе, ике йыл Стәрлетамаҡта йәшәгән һәм эшләгән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа, быйыл шағир, сәйәсәтсе Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылды, шағир Рауил Ниғмәтуллинға таҡтаташ асылды.

2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында комбриг Муса Мортазин иҫтәлегенә, ә былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары көсө менән Әбделҡадир Инан иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылды.

Ҡоролтайыбыҙҙың төп ғорурлығы – беҙ ойошторған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» республика байрамы. Ул 2016 йылдан алып яҙҙың тәүге көнөндә – 1 мартта уҙғарыла. «Етегән байрамы»н күптәр Стәрлетамаҡтың бренды булараҡ ҡабул итә.

– Киләһе миҙгелгә ниндәй маҡсаттар ҡуяһығыҙ?

Йыл һайын атҡарып сығарырлыҡ план ҡороп бермә-бер барыһын да башҡарабыҙ. Ысынлап та, башҡарған эштәрҙә, алға ҡуйған маҡсаттарҙа динамика булмаһа, йәмәғәтселек ойошмалар, ғөмүмән, мәғәнәһен юғалта.

Киләсәккә йәштәрҙе үҙебеҙҙең сафтарға йәлеп итеүҙе мөһим йүнәлеш итеп алдыҡ. Уларҙың идеялары күп, улар дәртле, эшкә ашҡынып торалар, иң мөһиме: йәштәр заманса фекрләй белеүҙәре менән айырылып тора. Әлбиттә, ҡоролтай ағзалары тәжрибәләре менән уртаҡлашып, йәштәр менән актив эшләһә – һөҙөмтәләр ҙә бай буласаҡ. Был тәңгәлдә, әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының тәжрибәһе бар. Беҙҙең әлеге командабыҙ 2015 йылдан алып эшләп килә. Һәм Ҡоролтайыбыҙ эргәһендә Йәштәр ҡоролтайы эшләп килде. Быйыл (2024 й.) ҡоролтайыбыҙҙың 7 февралдә төҙөлгән протоколна ярашлы Йәштәр ҡоролтайы ойошмаларының исемен үҙгәрттеләр. Хәҙер «Башҡорт йәштәре» тип атала ойошмалары. Шулай уҡ, элеккесә Стәрлетамаҡ ҡоролтайы менән тығыҙ бәйләнештә ҡала, әммә уларға үҙаллы ойошма булараҡ, үҙаллылыҡ киңәйтелә. Был ойошманы Юстиция министрлығында юридик теркәү процедураһы аша  үткәреү  ҙә ҡаралған. Был инде йәштәргә саф үҙҙәренең проекттарын гранттар аша тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Юридик берәмек булыу (юридическое лицо, НКО йәки  АНО) саралар үткәреүҙә, ҙур, күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төрлө кимәлдәге гранттар отоу өсөн бик ҙур мөмкинселек. Йәштәр быны аныҡ аңлай. Миҫал итеп шуны әйтә алам, яҡын арала, Башҡорт теле көнөнә арнап «Башҡорт йәштәре» ойошмаһы Стәрлетамаҡта ҡала йәштәре өсөн Стратегик сессия үткәрергә әҙерләнә. Шул уҡ байрам айҡанлы,  ҡалабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарынан студенттарҙы башҡорт теле, Башҡортостан тарихы буйынса квиз-уйынға ҡалабыҙҙың Коворкинг үҙәгенә йыйырға планлаштыралар. Шулай, башҡорт йәштәре позитив эштәрҙә берҙәм булырға, бергә булырға теләй. Беҙ, ҡоролтайҙар, әлбиттә, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Сөнки йәштәр – беҙҙең киләсәк, беҙҙең алмаш.

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инде 30 йыл эшләп килә. Был ваҡытта йәмғиәт тә, донъя ла ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Бөгөн еңел булмаған ваҡыт, ижтимағи хәл-торош, геосәйәси шарттар, шулай уҡ Баймаҡтағы ғинуар ваҡиғалары ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә яңы йүнәлештәр өҫтәне. Һеҙҙеңсә ниндәй йүнәлештәр ул?

– Эйе, тормош үҙгәргән һайын, халыҡтың йәшәйеше үҙгәргән һайын, әлбиттә, йәмәғәтселек ойошмалары гелән тормош талаптарына яраҡлы итеп, эштәрен даими яңыртып, киңәйтеп һәм көсәйтеп торорға тейеш, заман һулышын тойоп  йәшәү зарур.

 Ҡоролтай – халыҡтың йөрәк тибешен ишетеп йәшәгән, Ерем, Илем, Халҡым, тип, милләт өсөн янып эшләгән кешеләр ойошмаһы. Ялҡау, дәртһеҙ, битараф кешеләр ҡоролтайға һыйынмай ҙа һәм уға яҡынаймай ҙа, төп эшенән һуң, арымай-талмай тағы ла йәмәғәтселек эшенә ашҡынмай ҙа, минеңсә. Ҡоролтай ағзалары эштәре өсөн аҡса алмай, ниндәйҙер матди отош-маҙар менән ҡыҙыҡһыныу йәмәғәтселек эшенә бөтөнләй хас түгел. Барыбыҙ ҙа эштән һуң, эш араһында энтузиазм менән эшләйбеҙ. Һәм дә халыҡҡа, милләтебеҙгә, илебеҙгә кәрәкле, файҙалы эштәр атҡара алһаҡ – ул оло ҡәнәғәтләнеү, ҙур шатлыҡ килтерә барыбыҙға ла. Милләтебеҙгә хеҙмәт итеү менән бәхетле беҙ. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡта ҡоролтай ағзалары менән эшләүе еңел: кемгә генә мөрәжәғәт итмә, ысын мәғәнәлә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Беҙҙең бар сараларҙа аристар, уҡытыусылар ғына түгел, завод эшсеһе лә, төҙөүсе лә, иҙән йыйыусы ла, тегенсе лә, вахтаға йөрөп эшләгән егеттәр ҙә ихлас ҡатнаша.

Баймаҡтағы ваҡиғаларҙың һабаҡтарын, мәҫәлән, мин шәхсән шунда күрәм: кабинетта ғына ултырып эшләү, йәки интернет селтәрҙәре генә  аша милләттәштәр, кешеләр, йәштәр менән сикле аралашыу  бик хәүефле. Проблемалар ваҡыты-ваҡыты менән тыуып тора, уларҙы күреп, белеп, уларҙы йоммай, уларға битараф булмай,  йәшерен-батырын итмәй хәл итеп бырыу актуаль. Күҙгә күҙ ҡарашып, булған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү кәрәк, бар мәсьәләләрҙе ентекле өйрәнеп, күп осраҡта профессиональ белгестәр аша  дөрөҫ һәм теүәл хәл итергә кәрәк.

– Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, ҡоролтай башҡорт йәмғиәтен туплай һәм берләштерә аламы?

Һис шикһеҙ, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, мотлаҡ ҡоролтай башҡорт йәмғиәтен,  бөтә Ер шары башҡорттарын туплай һәм берләштерә торған  ышаныслы ойошма. Уның потенциалы ҙур, ҡоролтай сафында рухлы башҡорттар күп, иманым камил. Мин үҙем ҡоролтай менән ғорурланам, киләсәге яҡты булырына мөкиббән китеп ышанам, сөнки бөгөн уның эшмәкәрлегендә милләттәштәремдең, рухташтарымдың тырышлығын күрәм.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас