Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 15:42

Каринэ Хәбирова тыуған көнөндә бүләктәрҙән баш тартты

Каринэ Хәбирова
Фото: Каринэ Хәбирова

Бөгөн, 9 декабрҙә, Башҡортостан Башлығының тормош иптәше, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова тыуған көнөн билдәләй. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был көндө изге йола буйынса Өфө хосписы тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.

«Быйыл мин йәнә һеҙҙән сәскәләр һәм бүләктәр менән ҡабул итмәйем, ә мохтаждарға — Өфө хосписына ярҙам күрһәтеп, мине шатландырыуығыҙҙы һорайым. Ярҙам күрһәтеү — беҙҙең традицияларҙа», — тип билдәләне Каринэ Хәбирова.

Уның һүҙҙәренсә, Өфө хосписы – медицина учреждениеһы ғына түгел, ә эко-система, бында дауалап булмай торған сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә лайыҡлы, һәр көндән ҡыуаныс табып йәшәргә ярҙам итәләр.

«Хоспис – стационар ярҙамдан тыш, күсмә хеҙмәт тә, Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән ғаиләләр быға бик мохтаж. Был күп сирлеләр өсөн өйҙә профессиональ тәрбиә һәм медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге лә булып тора. Һеҙҙең индергән өлөшөгөҙ күсмә хеҙмәттәрҙең эшен, ҡурсыуға алған кешеләрҙе яҡшы итеп ҡарауҙы ойошторорға һәм хәйриә программаларына булышлыҡ итер», - тип яҙҙы Каринэ Хәбирова.

Хәйриә эшмәкәрлеге Каринэ Хәбированың  тормошонда мөһим урын биләй. Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Башлығының хәләл ефете меценат Геннадий Букаев менән Өфөнөң Воскресенск кафедраль соборы төҙөлөшөн тергеҙеү өсөн хәйриә фондын булдырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-09/v-den-rozhdeniya-karine-habirova-otkazalas-ot-podarkov-v-polzu-hospisa-4044223

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас