Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2024, 12:27

Дәүләт Думаһы балаларға ҡабыҙғыстар һатҡан өсөн штрафтар билдәләне

Юридик шәхестәргә ҡарата максималь санкция — 600 мең һум.

Бәлиғ йәшенә етмәгәндәргә газы булған тауарҙар һатҡан өсөн 60 меңдән 600 мең һумға тиклем штраф һалына, сөнки балалар уны токсикомания өсөн файҙаланырға мөмкин. Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Эске эштәр министрлығы һәм Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы,  2016 йылдан алып ҡабыҙғыстар һәм башҡа газы булған көнкүреш тауарҙарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә 800-ҙән ашыу баланың ғүмере өҙөлгән.

Башҡортостанда ла ошондай бер нисә осраҡ теркәлгән. Мәҫәлән, газ баллончигы менән уйнау Мәләүездә — 13 йәшлек малайҙың, ә Яңы Балаҡатайҙа 14 йәшлек үҫмерҙең үлеменә сәбәпсе булған.

Шулай итеп, физик шәхестәргә — 60 мең, вазифа биләгәндәргә — 300 мең, ойошмаларға 600 мең һумға тиклем штраф билдәләнде.

Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, шулай уҡ балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафты (физик шәхестәргә — 50 мең һум, вазифа биләгәндәргә — 200 мең һум, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем) күҙ уңында тотҡан закон проекты ҡарала.

https://www.bashinform.ru/news/likbez/2024-12-09/gosduma-naznachila-shtrafy-za-prodazhu-zazhigalok-detyam-4043724

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас